Ауыл ерендә аяҡҡа ныҡлы баҫып йәшәү өсөн таһыллыҡ та, берҙәмлек тә, сабырлыҡ та кәрәк икәнен белә Йәнтеш ауылында йәшәүсе Сәйет һәм Әлфиә Торомтаевтар. Татыулыҡта-хөрмәттә ғүмер иткән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңларға өйрәнгән өлгөлө ғаиләгә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Дүрт ир һәм бер ҡыҙ бала үҫтереп, матур тәрбиә лә биргән улар.
Уңған хужабикә Әлфиә Рафайыл ҡыҙы 30 йыл фельдшер булып эшләй, ә ғаилә башлығы Сәйет Ильяс улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бөтә техниканы биш бармағындай белә. Тракторҙа ла йөрөй, бесәнен дә әҙерләй, ҡура тултырып мал-тыуар ҙа аҫрайҙар, ҡош-ҡорт та көтәләр, баҡса ла үҫтерәләр, картуф та сәсәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ут сәсрәтеп, гөрләтеп донъя көтәләр.
Әлфиә Рафайыл ҡыҙы – Йәнтеш һылыуы. Ул ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс класты тамамлағас, үҙе теләк белдереп, Баймаҡ ҡалаһы интернат-мәктәбенә уҡырға бара. 8-се кластан һуң, Сибай медицина училищеһында фельдшерға уҡып, районға эшкә ҡайта. Йәш белгес йүнәлтмә буйынса Яңы Петровка, Юлбарыҫ ауылдарында эшләй. 1985 йылда Йәнтеш ауылы егете Сәйет Торомтаевҡа кейәүгә сыҡҡас, Аҡташ ауылына декрет ялына тиклем йөрөп эшләй.
–Бер-бер артлы улдарым донъяға килде. 1989 йылда Йәнтеш медпунктында фельдшер булып эшләй башланым. Бейемем фермала һауынсы, ҡайным урмансы булды. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән тормош иптәшем иртәнсәк эшкә китә, кис һуң ҡайта. Ул ваҡытта бейемемдең әсәһе лә беҙҙең менән йәшәне. Ауыр булһа ла фельдшер эшен яраттым, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡһам да, эшләп йөрөнөм. Берәйһе ауырып китһә, төн тимәй, байрам тимәй, сығып китә торғайным, – ти хужабикә.
Йәнтеш ауылы ир-уҙаманы Сәйет Торомтаев ауыл мәктәбен бөткәс, Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель һөнәренә уҡып сыға. Һуңынан әрме сафына алынып, ике йыл Германияла рядовой водитель булып хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас, “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында “Газон” автомашинаһында шофер булып хеҙмәт юлын башлай. Урып-йыйыу, яҙғы сәсеү эштәрендә лә тырышып ҡатнаша. Гел алдынғылыҡты бирмәй. Техникаһын ваҡытында ҡарап, хеҙмәтенә яуаплы ҡарай. Колхоз бөтә башлағас, эшһеҙ ятыуҙы күҙ алдына ла килтермәй, 20 йыл эшләгәндән һуң, 2013 йылда “Һаҡмар” шифаханаһына автобус водителе булып эшкә урынлаша. Бөгөнгө көндә ул газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй.
Торомтаевтар ҡул ҡаушырып ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Ни тиһәң дә, хеҙмәт тәмен белеп үҫкән ауыл балалары бит. Ике уңғандың эштәре тураһында бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй.
Торомтаевтар менән бергә Сәйет Ильяс улының әсәһе Рима инәй йәшәй. Күптән түгел ил инәһенә 85 йәш тулды.
–Үҙем Йәнтеш ауылынанмын. Бабайым, Ильяс Иҙрис улы менән 64 йыл бергә йәшәнек. 42 йыл фермала эшләнем: һауынсы ла, иҫәпсе лә булдым. Ике ул үҫтерҙек. Хәҙер улар янымда. Икәүһе лә тырыш, эш һөйөүсән. Улым менән киленем менән бергәләшеп татыулыҡта 39 йыл йәшәйбеҙ. Киленем изге күңелле, эшһөйәр, аҡыллы, сабыр. Тормош иптәшем оҙаҡ йылдар инвалид коляскаһында йөрөнө, әсәйем дә беҙҙең менән йәшәне. Бөгөн һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәрем, дүрт бүләләрем булыуына ҡыуанып йәшәйем. Тормошома рәхмәтлемен, Аллаға шөкөр,–тине Сәйет ағайҙың әсәһе Рима Хөсәйен ҡыҙы.
Йомшаҡ һүҙле, ипле, алсаҡ Әлфиә Рафайыл ҡыҙы ваҡыт етмәүгә лә һылтанмай, әсәлек бурысын тыныс ҡына үтәй. төрлө сараларҙа матур итеп шиғырҙар һөйләй. Хаҡлы ялдамын тип, бер ҙә тик ултырмай, йорттары гөл-баҡсаға күмелгән, уларҙың ниндәйе генә юҡ. Ҡәйнәһе менән бергәләшеп, ҡул эштәре менән дә булышалар.
Әйтергә кәрәк, Әлфиә Рафайыл ҡыҙы 2005 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бәхетле Торомтаевтар ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнеп, бөгөнгө көндә үҙ юлдары буйынса киткәндәр.
Улдары Самат һәм Азамат Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһында уҡып, Өфө дәүләт техник университетының төҙөлөш һәм архитектура факультетын тамамлайҙар. Ғаилә ҡороп, бөгөнгө көндә Ханты-Манси автономиялы округындағы Түбәнге Сартым ҡасабаһында йәшәйҙәр. “Сорғотнефтегаз” ойошмаһында эшләйҙәр, төҙөлөш буйынса квалификациялы белгестәр. Матур итеп донъя көтәләр, йәй булһа, оҙон ялға ҡайталар. Улдары Айтуған Сибай гимназия -интернатында уҡып, БДУ-ның Сибай филиалында география факультетын тамамлаған. Бөгөнгө көндә “Һаҡмар” шифаханаһында бухгалтерияла эшләй.
Улдары Ғәҙел башта Сибайҙа музыка мәктәбендә, Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика интернат-гимназияһында уҡып, артабан Өфө дәүләт нефть-техник университетының тау-нефть факультетында белем ала.
Ҡыҙҙары Нәфисә алты йәшенән Сибай музыка мәктәбендә, артабан Р. Ғарипов исемендәге интернат-гимназияһында, ә бөгөнгө көндә Ҡазан федераль университетында халыҡ-ара туризмдар факультетында уҡый.
–Балаларҙы үҙҙәренә ҡарата талапсан итеп тәрбиәләнек. Мин эшкә өйрәттем, ә әсәһе дәрестәрен тикшерҙе, әҙерләтте. Мәктәптә уҡығанда ата-әсәләр йыйылыштарынан ситтә ҡалманыҡ, дәрестәрен дә барып ҡараныҡ. Бөтәһе лә тырышып уҡынылар. Уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә лә йөрөнөләр, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштылар, һәр береһенең үҙ шөғөлдәре бар. Инде үҙебеҙ ҙә 4 ейән-ейәнсәргә ҡартатай һәм ҡартәсәй,–ти Сәйет Торомтаев.
Ауыл уңғандары күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса сәсәләр, картуф ултырталар. Күмәк балалы ғаиләлә балалар бер-береһен эшкә өйрәтеп үҫеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Йәй булһа, балалары ла оҙон ялға ҡайтып ата-әсәһен ҡыуандыра. Мин уларҙың ғаиләһен ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшатам. Улдары ҡышҡылыҡҡа утын, бесән әҙерләп, атаһына ярҙам итәләр, ә килендәре баҡса тирәһендә ҡайнаша, ҡәйнәләренә булышып, йыйып алынған уңышты тоҙлайҙар, төрлө ҡайнатмалар эшләйҙәр. Үҙҙәре менән ит, картуф һәм башҡа күстәнәстәр алып китәләр.
Минең: “Нимә ул һеҙҙеңсә бәхет”,–тигән һорауыма, мәҡәлә геройҙарым: ”Бәхет ул–балаларҙың белемле булыуы, эш белеп үҫеүе, яҡындарыбыҙҙың татыулығы, үҙ-ара хөрмәт. Иң әүәл һаулыҡ булһын, һаулыҡ булһа, барыһы ла була”,–тип яуапланы.
Бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, донъяларынан ҡәнәғәт булып, тормош ығы-зығыһына зарланмай йәшәгән Торомтаевтар балаларының шатлығына күмелеп, бәләкәй генә уңыштарына ла һөйөнөп, күптәргә өлгө булып ғүмер кисерә.
Гүзәл Бохарбаева.