Яңылыҡтар
14 Май 2024, 04:44

Һөйөнсө, яңы китап!!!

Аҡъяр ауылының район балалар моделле китапханаһында яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың  журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова мәктәп уҡыусылары менән осташты.

Һөйөнсө, яңы китап!!!Һөйөнсө, яңы китап!!!
Һөйөнсө, яңы китап!!!

Аҡъяр ауылының район балалар моделле китапханаһында яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың  журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова мәктәп уҡыусылары менән осташты. Унда авторҙың ижад юлына байҡау яһалды, ғаилә, тормош, хәҙерге заман проблемаларынан сығыу юлдары тураһында һөйләшеү ойошторолдо. Осрашыуҙа 2-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары, уларҙың класс етәксеһе Ләйсән Йәнйегетова бик әүҙем ҡатнаштылар. Сараға  бик матур презентация һәм күргәҙмә эшләнелде.

Фәрзәнә Аҡбулатова әҙәбиәтте һөйөүселәр араһында киң танылыу яулаған. Уның “Атай икмәге”, “Зәңгәр ҡаялар”, “Уның исеме Мөхәббәт”, “Иң тәмле китап” һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һуңғы йылдарҙа уның ижадында үҫеп килгән быуын темаһы айырым урын биләй ул күп хикәйәләр, пьесалар, әкиәттәр, балалар өсөн шиғырҙар, шулай уҡ балалар романы авторы булып тора. Әҫәрҙәрендә кешенең был ерҙәге тәғәйенләнеше, башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында уйланыуҙар, тыуған ергә һөйөү тойғоһо хас. Әле лә уҡыусыларға үҙенең яңы донъя күргән “Йәнйегет мажаралары” исемле китабын презентацияланы. Китап буйынса фекер алышыу бик тә ҡыҙыҡлы булды, төрлө уй-фекерҙәр яңғыраны. Китабындағы ҡайһы бер хикәйәләр буйынса бик матур әңгәмә ҡорҙо. Фәрзәнә Аҡбулатова балаларға “Йәнйегет мажаралары” китабы геройҙарының тормоштан түгел, ә уйлап сығарылған персонаждар булыуын белдерҙе. Балалар яҙыусыға күп һорауҙар бирҙеләр, уның нисек яҙыша башлауы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.

Сикһеҙ талантына һоҡланып, тәрән фәлсәфәүи ижады өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, киләсәктә лә арымай-талмай ижад итеүен, Әҙәбиәт күгендә сағыу йондоҙ булып осҡондар сәсеп балҡыуын теләйбеҙ.

Һөйөнсө, яңы китап!!!
Һөйөнсө, яңы китап!!!
Һөйөнсө, яңы китап!!!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас