Йәнтеш ауылында йәшәүсе Мәхәмәт һәм Фәрҙәнә Хәсәновтар ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән. Ғаилә башлығы колхозда тракторсы-водитель булып эшләһә, уның ҡатыны яланда эшләгәндәргә аш та ташый, колхоз быҙауҙарын да ҡарай.
Фәрҙәнә Ишбирҙе ҡыҙы Йәнтеш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, төп белемде лә тыуған ауылында ала. Мәктәп йылдарынан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтерға уҡып ҡайта. Тормош иптәше, Урыҫбай ауылы егете Мәхәмәт Байғужа улы менән йәштәрҙең киске уйындарының береһендә танышып, 1974 йылда ҡауышалар. Урыҫбайға килен булып төшкәс кассир булып эш башлай.
Мәхәмәт Байғужа улы Аҡъегет ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә, һуңынан ата-әсәһе, туғандары менән Урыҫбай ауылына күсеп киләләр. Мәктәпте бөткәндән һуң, Юлдыбай училищеһында шофер-тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1972 йылдың яҙ айында әрмегә саҡырылыш башланғас, ауыл советы рәйесе сәсеү эштәренә кеше юҡ тип, көҙгә тиклем әрменән һорап алып ҡала. Артабан 2 йыл хеҙмәтен Мәскәү өлкәһендә үтә.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 19-сы һанында уҡығыҙ