Яңылыҡтар
13 Май 2024, 11:50

Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра.

-

Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра.Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра.
Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра.
Мутлашыусыларҙы һеҙҙең аҡса ғына түгел, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ ҙә ҡыҙыҡһындыра. Шәхси мәғлүмәтте дөрөҫ һаҡлау тураһында һөйләйбеҙ.

📁 Хакерҙар мәғлүмәтте нисек урлай ала:

— Фишинг — ялған һылтанма буйынса күсәһегеҙ һәм мутлашыусылар һеҙҙең йәшерен мәғлүмәтегеҙҙе (паролдәр, банк карталары һәм иҫәп-хисап номерҙарын) алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Төрлөсә алдарға мөмкиндәр: лотерея уйынында отоу, ташламалы купондар йәки социаль түләүҙәр вәғәҙә итеү, сараға саҡырыу.

— Зарарлы программалар — күсереп алғандан һуң улар ҡоролманан мәғлүмәтте үҙенең хужаларына тапшыра. Йыш ҡына был программалар ғәҙәти ҡушымта булырға мөмкин.

— Бушлай Wi-Fi — кибер енәйәтселәр логин һәм паролдәрҙе урлау өсөн дөйөм ҡулланылыштағы Wi-Fi селтәренең клонын булдыра.

— VPN — бушлай сервис хужалары һеҙҙең трафикты йәки шәхси мәғлүмәтегеҙҙе енәйәтселәргә тапшырырға мөмкин.

🔐 Мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға:

— ҡатмарлы паролдәр уйлап табығыҙ;
— социаль селтәрҙәрҙә ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ;
— спам-фильтр ҡабыҙығыҙ;
— сайттарҙа теркәлеү өсөн айырым почта булдырығыҙ;
— VPN-сервистарҙы артыҡ ҡулланмағыҙ;
— ҡушымталарҙы рәсми магазиндарҙан ғына күсереп алығыҙ;
— бушлай Wi-Fi аша әйберҙәр һатып алмағыҙ.

❌ Ниндәй мәғлүмәтте телефонда һаҡламау яҡшыраҡ:

— логин һәм паролдәрҙе. Уларҙы һаҡлау өсөн махсус ҡушымта - паролдәр менеджеры ҡулланығыҙ;
— банк карталары мәғлүмәттәрен һәм уларҙың фотоларын;
— фото йәки паспорт скандарын;
— сейф кодтарын;
— эш документтарын;
— авиабилеттарҙы;
— провокацион фото һәм хаттарҙы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас