Яңылыҡтар
9 Май 2024, 07:51

Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!

.

Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!
Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын!

Байрам Еңеү парады менән башланды. Йылдағыса ул сағыу күренештәрҙең береһе булды. Артабан беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн йәнен аямаған ҡаһарман яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған "Еңеү һалдаты" янында митинг үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм башҡа рәсми вәкилдәр һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларын байрам менән тәбрикләп үтте. Митингта ҡатнашыусылар һәйкәлгә веноктар һәм сәскәләр һалды һәм яу яланында тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Байрам мәҙәниәт һәм ял паркында бай йөкмәткеле концерт менән дауам итте. Халыҡ һалдат бутҡаһы ашап, концерт ҡарап ял итте.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас