Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, пилотһыҙ осоу аппараты Салауат ҡалаһындағы сәнәғәт зонаһына һөжүм иткән.
“Газпром нефтехим Салават” предприятиеһы территорияһында ҡуйы төтөн сығыуы күҙәтелгән. Әлеге ваҡыттка предприятие штат режимында эшләй.
“Әлеге ваҡытта тейешле ведомстволар урында эшләй. Был хәл беҙҙең байрамды боҙоу өсөн махсус эшләнелде, әммә беҙ ундай провокацияларға бирелмәйбеҙ. Барлыҡ хеҙмәттәр тейешле режимда эшләй. Барығыҙҙы ла Еңеү көнө менән!,--тине Радий Хәбиров.
Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ.