Яңылыҡтар
3 Май 2024, 09:43

Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

-

Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр тапшырҙыВладимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр тапшырҙы
Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеменә лайыҡ булды.

«Нефтегазстрой» йәмғиәте директоры Нурихан Дилмиев һәм «Ремонт-төҙөлөш үҙәге» йәмғиәтенең техник директоры Рафаил Исмәғилев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәрен алды.

«БашЖилСервис» йәмғиәте директоры Илфат Ҡотлобулатов — Рәсәйҙең атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, ә Өфөнөң 32-се спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Олег Назаровҡа илдең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

Бынан алдараҡ дәүләт башлығы указы менән Благовещен районынан Ольга Фатеева «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-03/vladimir-putin-prisvoil-zhitelyam-bashkirii-pochetnye-zvaniya-3751988

Автор:
Читайте нас