Яңы тормош бүләк итеүҙең оло бәхет булыуын Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы акушеры Гөлгөнә Ғафарова ишетеп кенә белмәй.
Донъяға йән яралғанда ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүселәрҙе беҙҙең халыҡ элек-электән матур итеп "кендек инәһе" тип йөрөтә. Әммә ун йыл Аҡъяр бала табыу бүлегендә кендек инәһе булараҡ күпме сабыйға йән “өргән” һәм үҙе лә сәскә шикелле өс ҡыҙына әсә булған Гөлгөнә Ғафароваға кендек инәһе һүҙен әйтергә һис кенә лә тел әйләнмәй, үҙе йәш, һылыу, һомғол буйлы ҡатын үҙ эшен еренә еткереп башҡара.
Бөгөн ул Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының күҙәтеү бүлегендә акушер булып эшләй.
Гөлгөнә Сафый ҡыҙы Аҡъяр ауылынан. 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағас, Сибай медицина колледжының акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. "Бала саҡта үҙем йыш ауырыным, дауаханаға ла күп йөрөргә тура килде. Яҡындарымды, халыҡты дауаларға, ярҙам итергә тип тә медицина юлын һайланым. Бәләкәйҙән бөтә аҡ халатлылар кеүек кешеләргә ярҙам итеү тураһында хыяллана инем, ошо ниәтем тормошҡа ашты. Эшемде бик яратам"–тип һүҙ башланы мәҡәлә геройым.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ