Яңылыҡтар
3 Май 2024, 17:22

Сибайҙа көнкүреш техникаһын ремонтлаусы ир апалы-һеңлеләрҙең ғүмерен ҡыйған...

   

Сибайҙа көнкүреш техникаһын ремонтлаусы ир апалы-һеңлеләрҙең ғүмерен ҡыйған...Сибайҙа көнкүреш техникаһын ремонтлаусы ир апалы-һеңлеләрҙең ғүмерен ҡыйған...
Сибайҙа көнкүреш техникаһын ремонтлаусы ир апалы-һеңлеләрҙең ғүмерен ҡыйған...

Башҡортостанда тәфтишселәр «ике һәм унан күберәк кешене үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп, элек хөкөм ителгән 42 йәшлек Сибай кешеһенә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Төбәк тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 18 сентябрендә хоҡуҡ һаҡлау органдарына көсләп үлтереү билдәләре менән фатирҙа 63 һәм 66 йәшлек ике апалы-һеңлеле мәйет табылыуы тураһында хәбәр килә. Мәйеттәрҙе зыян күреүселәрҙең береһенең ҡыҙы таба, ул уларҙы күрергә килә, сөнки әсәһе оҙаҡ ваҡыт шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән.

Тәфтишселәр һәм криминалистар оперативниктар менән берлектә ваҡиға урынын ентекләп тикшерә, молекуляр-генетик һәм дактилоскопик тикшеренеүҙәр тәғәйенләнгән биологик эҙҙәрҙе һәм ҡул эҙҙәрен таба, зыян күреүселәрҙең шәхестәрен һәм уларҙың аралашыу даирәһен өйрәнә, йортта йәшәүселәрҙән, шулай уҡ башҡа мөмкин булған енәйәт шаһиттарынан һорау ала. Һөҙөмтәлә быға тиклем икеләтә үлтереү өсөн хөкөм ителгән урындағы кешене асыҡлайҙар, ул һуңғы ваҡытта өйҙә көнкүреш техникаһын ремонтлау менән шөғөлләнә, шул иҫәптән үлтерелгән фатир хужабикәһенә саҡырыу буйынса килә. Тикшереү барышында уның енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы раҫлана, бынан тыш, фатирҙа уның ҡулдарының эҙҙәре табыла. Ҡулға алынғандан һуң ул ҡылған ғәмәлен таный, енәйәт шарттары тураһында һөйләй.

Тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың 15 сентябрендә иҫерек ир 66 йәшлек танышы янына килә, был ваҡытта уның һеңлеһе ҡунаҡта була. Ир менән фатир хужабикәһе араһында конфликт була, уның барышында енәйәтсе ҡатынды быуып үлтерә, шунан һуң, шаһитты иҫән ҡалдырырға теләмәйенсә, уның һеңлеһен күп тапҡыр бысаҡ менән яралай. Ул зыян күреүселәрҙең кәүҙәләрен әйберҙәр менән ҡаплай һәм, ишекте эстән бикләп, беренсе ҡаттағы балкон тәҙрәһе аша фатирҙан сыға.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Енәйәт эше асылы буйынса тикшереү өсөн республиканың Юғары судына ебәрелгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйыса тәфтиш идаралығынан.

фото:Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйыса тәфтиш идаралығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас