Һәр ауыл үҙенең тырыш кешеләре менән дан тота. Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Бары бер-береңде хөрмәтләү, ҡәҙерен белеү генә ғаиләне берҙәм һәм бөтөн итә. Ә татыулыҡ, әлбиттә, бәхеткә юл яра.
Венера һәм Зәкир Шәмсетдиновтар – Йәнтеш ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе. Тырыш, уңған, барыһына ла үҙ хеҙмәттәре, көстәре менән өлгәшкән был пар оло ихтирамға лайыҡ.
Венера Майор ҡыҙы – Йәнтеш ауылы һылыуы. Мәктәпте тамамлап, Йылайырҙа һатыусыға уҡый. Шунда үҙенең буласаҡ тормош иптәше Зәкир Зәйнулла улын осрата. Ике йәш йөрәк бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата һәм матур ғаилә барлыҡҡа килә. Йәнтеш ҡыҙы 1981 йылда Баймаҡ районы Ҡаратал ауылына килен булып төшә. Шунан алып бына инде 43 йыл да үтеп киткән. Балалар үҫкән, улар ҙа үҙҙәре күптән атай-әсәй булған, ә янда ейән-ейәнсәрҙәр йүгерешеп йөрөй.
–Ҡараталда ҡайны-ҡәйнәмдәр мәрхүм булғансы бергә йәшәнек. Бер-бер артлы улдарыбыҙ донъяға килде. Артабан Ырымбур өлкәһендә, Яңы Петровка ауылында йәшәнек. Ул ваҡытта колхоздың шәп сағы ине, ауыл да гөрләп торҙо. Мин клуб мөдире, ә тормош иптәшем колхозда эшләне, – ти йорт хужабикәһе.
Ғүмер йылдары ағым һыуҙай, һиҙҙермәй генә ағыла ла ағыла. Ә бит шул йылдар эсендә ниндәй генә юлдар, ниндәй генә һуҡмаҡтар аша үтергә тура килмәгән. 1998 йылда улар Йәнтеш ауылына күсеп киләләр. Бында ла уңған ғаилә һынатмай, колхозда тырышып эшләй.
Зәкир Зәйнулла улы Баймаҡ районында тыуып үҫкән. Мәктәпте бөткәс, колхозда хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл Чехословакияла хәрби бурысын үтәй.
–Әрменән демобилизацияланып ҡайтҡанда яҙғы баҫыу эштәре бара ине. Хужалыҡта эшселәр етмәгәс, шунда уҡ эшкә тотондом. Артабан Йылайырға мал табибына уҡырға барҙым. Венера менән дә тап шунда таныштыҡ. Ата-әсәйем оло йәштә инеләр, шуға ла уларҙы ҡарап, бергә йәшәнек, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттыҡ, –ти ғаилә башлығы.
Яңы Петровка ауылында йәшәгән ваҡытта ”Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы бүлексәһенең бригадиры була. Ун йыл йәшәгәс, Йәнтеш ауылына күсәләр. Колхозда ферма мөдире булып бер аҙ эшләгәс, 2004 йылда “Һаҡмар” шифаханаһына ҡарауылсы булып эшкә урынлашып, 2019 йылда ауырыу сәбәпле, инвалидлыҡ буйынса хаҡлы ялға сыға.
–Һуңғы ваҡыт балаларҙы уҡытыуы ауырлашты, ҡыштарын бураны ла сығып, Атингән мәктәбенә юл булмай торғайны. Шуға өлкән улыбыҙ Азаматты Баймаҡ интернатына уҡырға бирҙек. Артабан ул Башҡорт дәүләт универститетында уҡып, бөгөнгө көндә Өфөлә Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт интернат-гимназияһында директор урынбаҫары булып эшләй. Кәләше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһенең үҙенең яратҡан шөғөлө бар. Улыбыҙ Рәшит ғаиләһе менән Туймазы ҡалаһында йәшәй. Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Ул киленебеҙ менән өс ул тәрбиәләй. Улы быҙ Хәйҙәр ғаиләһе менән Садовый ауылында йәшәй, биш бала үҫтерәләр. Ул “Аҡсарлаҡ” балалар лагеры начальнигы булып эшләй.
Бәләкәй улыбыҙ Айҙар сәнғәт юлын һайланы. Өфөлә сәнғәт академияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уңышлы эшләй. Киленебеҙ менән бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй.
Балалар, ял булһынмы, байрам булһынмы килеп торалар. Телефон аша ла хәлде белешәләр, – ти Зәкир Зәйнулла улы.
Шәмсетдиновтар мал да аҫрай, ҡош-ҡорт та үрсетә. Тырыш, уңған ғаилә ҙур матур йорт төҙөп ингән. Улар йәшәгән урамға килеп инеү менән йорттары әллә ҡайҙан уҡ балҡып, үҙенә тартып ултыра. Бар ер төҙөк, һәр нимә үҙ урынында, йорт тирәһендә тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Был матур пар йәшәү мәғәнәһен аңлап, тормош ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә үрнәк булып донъя көтә. Бар нимәләре етеш, тормоштары түңәрәк, үҙҙәре күркәм.
Венера Майор ҡыҙы колхоз тарҡалғас, шифаханала 15 йыл йыйыштырыусы була. Бөгөнгө көндә лә тик ултырмай, бәйләм бәйләй, күҙҙең яуын алырҙай сигеү сигә. Йәй етһә, ихатала ры гөл-сәскәгә күмелә. Өйҙә лә һәр мөйөштө тиерлек төрлө гөлдәр биҙәгән.
Шәмсетдиновтарҙың бәләкәй улдары Айҙар Шәмсетдинов та беҙҙең әңгәмәгә ҡушылды.
–“Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән”, тигән халыҡ мәҡәле бар бит. Беҙ – атайым-әсәйемдең дүрт улы, дүрт терәге булып үҫтек. Улар беҙгә һәр ваҡыт таяныс, беҙ уларҙың ышаныстарын аҡларға тырышабыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ барыһын да беҙҙең өсөн эшләнеләр. 80-90-сы йылдар ябай ауыл халҡы өсөн ауыр заманалар ине. Күп тир, ҙур көс түгеп бирелә ине. Эш хаҡтары аҙ ваҡыттар... Әммә шуға ҡарамаҫтан, улар барыбыҙҙы ла юғары уҡыу йорттарында уҡыттылар, кеше иттеләр. Атай-әсәйебеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ.
Бала саҡтан беҙҙе хеҙмәткә өйрәттеләр. Күп көс түгеп эшләүҙәрен күреп үҫкәнгәлер, беҙ бер ваҡытта ла еңел аҡса табыу юлын эҙләмәнек. Улар һымаҡ тырышып, үҙ балаларыбыҙға лайыҡлы тәрбиә биреп, имен-һау үҫтерергә тигән маҡсат менән йәшәйбеҙ.
Бәләкәйҙән беҙҙе татыу булырға өйрәттеләр. Әлеге көндә үҙ ғаиләләребеҙҙе ҡорғас, ағайҙарыбыҙ менән ҡатышып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙға ла шундай уҡ тәрбиә бирәбеҙ. Ата-әсәй беҙҙең өсөн өлгө. Тыуған яҡҡа гастролдәр менән ҡайтҡанда ла, атай йортона аҙ ваҡытҡа булһа ла инеп сығырға тырышам, сөнки тыуған йорт – ул көс, илһам бирә. Күңелгә лә тыныслыҡ өҫтәй. Бер генә кис килеп, улар менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер ғүмер.
Хәҙер заман алға бара, социаль селтәрҙәр бар. Көн һайын тигәндәй, видео бәйләнеш аша, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү форсаты бар. Алла бирһә, артабан да атай-әсәйебеҙ һа-сәләмәт, бергә булһындар, –тине Айҙар Зәкир улы.
–Ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр бер-береңә мөхәббәт, ышаныс, аңлашыуға нигеҙләнә. Шул осраҡта ғына ғаиләлә һәр кем бәхетле була ала, – ти уңған Шәмсетдиновтар.
Эйе, ысынлап та бер-береңде хөрмәт итеү, яратыу күҙгә ташлана. Һәр эште бергә кәңәшләшеп башҡара улар. Шуға күрә лә тормоштары ла матур, һоҡланырлыҡ. Киләсәктә лә уңыштар, сәләмәтлек кенә теләйһе килә был ғаиләгә.
Гүзәл Бохарбаева.