1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, хеҙмәт кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Уны рәсми рәүештә 86 илдә билдәләйҙәр.
Бөгөн дә был байрам төп мәғәнәһен юғалтмаған, сөнки хеҙмәт беҙҙе – төрлө ҡараш һәм быуын кешеләрен берләштерә. Байрам иң яҡты өмөттәрҙе, тормошто яңыртыуға ынтылышты,намыҫлы хеҙмәткә хөрмәтте үҙ эсенә ала. Тырыш, ижади, фиҙаҡәр хеҙмәт кенә беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, иртәгеһе көнгә ышаныс уята.
Һәр йортҡа бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килһен! Илебеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен!