Яңылыҡтар
30 Апрель 2024, 09:25

Күп ауырыуға дауа

.

Күп ауырыуға дауаКүп ауырыуға дауа
Күп ауырыуға дауа

💯Был төнәтмәне эскәндән һуң матдәләр алмашыныуы яҡшырыр, тәндәге май һәм эзбиз ҡатламы таҙарыр. Тамырҙар һығылмалы булып ҡалыр. Ә был, үҙ сиратында, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына профилактика булыр. Күҙҙе яҡшырта, тәнде йәшәртә. Бының өсөн 100 г ромашка, 100 г һары мәтрүшкә, 100 г үлмәҫ гөл, 100 г ҡайын бөрөһөн кофемолкала иҙеп алабыҙ. Үлән порошогын эмалле кәстрүлгә һалып ҡуябыҙ.
💥Кис 1 аш ҡалағы ҡатнашманы ярты литр ҡайнар һыуға һалабыҙ. 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ. 

📌1 стакан төнәтмәгә 1 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ.

Киске аштан һуң ошоно эсәбеҙ. Бынан һуң бер нәмә лә ашарға ла, эсергә лә ярамай. 

📌Иртәнсәк һыу парында ҡалған төнәтмәне йылытабыҙ ҙа шулай уҡ 1 балғалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ ҙа эсәбеҙ. 

Ошо рәүешле ҡатнашма бөткәнсе көн һайын ҡабатлайбыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

https://vk.com/wall-33711741_65636 төркөмөнән алынды

Автор:
Читайте нас