Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель , 16:52

Хәйбуллалар бишлегә яҙҙы!

*

Хәйбуллалар бишлегә яҙҙы!
Хәйбуллалар бишлегә яҙҙы!

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024» акцияһы сиктәрендә үҙәк район китапханаһында башҡорт телендә иркен аралашыусылар яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың «Бала саҡтың илаһи таңдары» тип аталған әҫәренән диктант яҙҙы.

Әсә телендә диктант яҙырға килеүселәр араһында иң олоһо, педагогия хеҙмәте ветераны Зәкиә Асаинова булды. Был акцияға район хакимиәте, китапхана, мәҙәниәт йорто, редакция вәкилдәре дәррәү ҡушылды. Иләс ауылы китапханаһы мөдире Нәжиә Асҡарова әйтеүенсә, Туратта был сара ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында әүҙем үтә. Нәжиә Имамбай ҡыҙы Аҡъярға эш буйынса килгән арала ла был илһөйәрлек сараһынан ситтә ҡалмаған. Аҡъярҙан Рәмзилә Ишкилдина ла башҡорт теленән диктант яҙырға йыл да ихлас килә. “Минең өсөн әсә телендә диктант яҙыу—телебеҙгә хөрмәт”,--ти ул.

Бөгөн  район ауылдарында ла  башҡорт теленән диктан яҙыусылар бихисап булды.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: