Бәйгелә бөтәһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Хәйбулла районынан тыш Республикабыҙҙың Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары, Туймазы, Ишебай, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан көс һынашыусылар күп. Бигерәк тә Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Владивосток, Сочи, Надым ҡалаларынан, хатта Таджикистан республикаһы Дүшәмбе ҡалаһынан ҡатнашыусыларҙың булыуы ҡыуаныслы.
«РУХ ЯҘЫУЫ» бәйгеһенең финалына бөтәһе 15 кеше һайлап алынды. Үкенескә күрә 2 бәйгесе төрлө сәбәптәр арҡаһында финалда ҡатнаша алманы. Әлфиә Рафаил ҡыҙы Торомтаева - Йәнтеш ауылы, Билалов Батырхан Әсхәт улы - Әбүбәкер ауылы, Зиннур Ғизетдин улы Байбулатов - Аҡъяр ауылы, Раушания Рәүеф ҡыҙы Баймырҙина - Аҡъяр ауылы, Зилиә Муса ҡыҙы Исәкәева - Аҡъяр ауылы, Миләүшә Дим ҡыҙы Аслаева - Вәлит ауылы, Айгөл Илдар ҡыҙы Йосопова – Силәбе өлкәһе, Ғәлиә Шәрифйән ҡыҙы Рәшитова - Атингән ауылы, Фәнилә Буранбай ҡыҙы Мәмбәтова - Мәмбәт ауылы, Илдар Танһыҡ улы Юнысов - Ғәлиәхмәт ауылы, Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Бәҙретдинова - Һамар ауылы, Айтуған Рәжәп улы Билалов - Бүребай ауылы, Алһыу Фәрит ҡыҙы Азаматова - Сибай ҡалаһы.
Жюри ағзаларына үҙ эштәрен башҡарыу еңелдән булманы, шулай ҙа кәңәшләшкәндән һуң дөйөм фекергә килделәр.
3-сө урынға – Сибай ҡалаһынан Алһыу Азаматова, Мәмбәт ауылынан Фәнилә Мәмбәтова, Йәнтеш ауылынан Әлфиә Торомтаева, Вәлит ауылынан Миләүшә Аслаева, 2-се урынға – Аҡъярҙан Раушания Баймырҙина һәм Зиннур Байбулатов, Атингән ауылынан Ғәлиә Рәшитова, Һамар ауылынан Рәзилә Бәҙретдинова, 1-се урынға – Әбүбәкер ауылынан Батырхан Билалов, Аҡъяр ауылынан Зилиә Исәкәева, Силәбе өлкәһенән Айгөл Йосопова, Бүребай ауылынан Айтуған Билалов лайыҡ булдылар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған “РУХ ЯҘЫУЫ” асыҡ район әҙәби телевизион бәйгеһенең еңеүсеһе, ГРАН-ПРИ дипломына Ғәлиәхмәт ауылынан Илдар Танһыҡ улы Юнысов лайыҡ булды.