Яңылыҡтар
25 Апрель 2024, 09:37

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

-

Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланыРеспубликала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы
Республикала асфальт-бетон заводтары эшләй башланы

Башҡортостанда юл эшселәре ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ямау эшенә тотона. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асфальт-бетон заводтары асылды. Аҙна һуңына тиклем республика ҡалаларында һәм райондарында тағы 15 асфальт-бетон заводы тулы көскә эшләй башлар тип көтөлә. Төҙөлөш миҙгелендә республикала йәмғеһе 32 завод эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында.

«Әлегә заводтар эшләмәгән урындарҙа юлдарға һалҡын асфальт түшәйбеҙ. Республика һәм муниципаль-ара юлдарҙағы 17 мең соҡорҙоң 12,5 меңе ямалған. Быйыл ҡыш юл япмаһы һауа температураһы бер түбәнәйеп, бер күтәрелеүҙән ныҡ зыян күрҙе. Яйлап юлдарҙа тәртип булдырырбыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-24/v-bashkirii-zapustili-asfaltobetonnye-zavody-3740287

Фото:Радий Хәбиров, Telegram

Автор:
Читайте нас