Рөстәм Афзалов эш сәфәрен район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов оҙатыуында Аҡъяр ауылындағы электр самокаттарын ҡуртымға биреү проекты менән танышыуҙан башланы. Артабан ул “Автозвук” юл сервисында (ШЭ Луиза Абыҙгилдина), "Күстәнәс" пекарняһында (ШЭ Арыҫлан Байғусҡаров), "Башҡорт этно ихатаһы” глэмпингында (ШЭ Юлдаш Бохарбаев) булды. Шулай уҡ эшҡыуарҙар Филүс Сәлишев һәм Илшат Игебаевтың Йәнтеш ауылында туризм өлкәһендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттары менән танышты.
Шулай уҡ Рөстәм Әхмәткәрим улы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты, шәхси һорауҙар менән граждандарҙы ла ҡабул итте һәм эш сәфәре һуңында эшҡыуарҙар менән осрашты.