Әнисә Бәхетйән ҡыҙы Әбеш ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе эшлекле, тырыш булалар, 6 балаһына тейешле белем биреп, белем алырға ярҙам итәләр. 8-се класты тамамлағансы Әбеш мәктәбендә уҡыһа, артабан йылда Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. Училищены тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Йәнтеш урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә, ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡый. 31 йыл дауамында мәктәптә балаларға белем, тәрбиә бирә, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
-Мәктәптә эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам, балаларҙы бик яраттым, мәктәпкә барырға һәр ваҡыт ашҡынып торҙом. Хатта каникулдан һуң уҡыусыларымды һағынып ҡаршы ала торғайным, -ти Әнисә Бәхетйән ҡыҙы. Йәненә дауа булараҡ, бынан 10 йыл элек намаҙға баҫа, 5 намаҙын ҡалдырмай, ураҙа ла тота. Быйыл онлайн форматта ғәрәп телен өйрәнә башлаған.
Радик Ғәзизйән улы һәм Әнисә Бәхетйән ҡыҙы Иштановтар 1983-сө йылда танышып, бер йылдан яҙмыштарын бергә бәйләп, 3 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Радик Ғәзизйән улы Йәнтеш ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта ла тыуған ауылында донъя көтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, әрме сафына алынып, Германияла мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта. Йылайыр районы Юлдыбай ауыланда мелиоратор һөнәрен ала. Йәнтеш ауылының клубында директор булып та, һуңынан күп йылдар дауамында урман хужалығында водитель булып эшләй. Әлеге ваҡытта “Газпром” ойошмаһында Йәнтеш ауылын ғына түгел, башҡа ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә. Радик Ғәзизйән улын ауылдаштары хөрмәт итәләр, 2 саҡырылыш ауыл советына депутат итеп һайланыла.
Иштановтар ғаиләһе Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәйгеһен баҡсала йәшелсә-емештәре лә уңа, ихаталары гөл-сәскәгә күмелеп ултыра.
-Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй. Олоғайған көндә парлы булып, бер-береңә терәк булып, балалар уңыштарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөп йәшәүгә ни етә, - ти Радик һәм Әнисә Иштановтар.