Яңылыҡтар
22 Апрель 2024, 05:57

Һәүетемсә генә донъя көтәләр

-

Һәүетемсә генә донъя көтәләрҺәүетемсә генә донъя көтәләр
Һәүетемсә генә донъя көтәләр

Кемдән генә ғаилә төшөнсәһенең нимә икәнен һораһаң, һәр кем, моғайын, мөхәббәт, үҙ – ара аңлашыу, ихтирам, өлкәндәргә һәм ата-әсәләргә изгелек күрһәтеү, яҡындарың өсөн яуаплылыҡ, тип яуап бирер. Былар барыһы ла оҙайлы, татыу ғүмер итеү нигеҙе булып тора. Исҡужиндар ғаиләһе тап шундайҙарҙың береһе. 56 йыл татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ғүмер итәләр.

Ғаилә башлығы Яныбай Нурфәиз улы Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән. 7-се класты тамамлағандан һуң район үҙәге Аҡъярға 8-се класҡа уҡырға килә. Мәктәпте бөткәс, Юлдыбайҙа шофер-тракторсыға уҡып ҡайта, артабан әрмегә саҡырыла. Киров өлкәһендә 3 йыл ракетчик булып хеҙмәт итә. Артабан да “тимер аты”нан айырылмай ауылда водитель булып эшләй. Һаҡмар-Наҙарғолға ағаларына ҡунаҡҡа барған ваҡытта, ауылдың һылыу ҡыҙы Вәлимә  менән танышып, 1968 йылда ғаилә ҡоралар.

Вәлимә Бүребай ҡыҙы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәп йылдарынан һуң Сибай ҡалаһына барып штукатур-маляр һөнәрен үҙләштереп, Аҡъярға практикаға ҡайта.

 Эшләйем тигән кешегә ҡайҙа булһа ла эш табыла. Ғаилә башлығы ауылда газ хеҙмәтендә лә, электрик булып та, “Һаҡмар” шифаханаһында ла эшләй. 

Исҡужиндар 3 балаға ғүмер биреп, матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Ҙур ҡыҙҙары Луиза кейәүҙәре Айҙар менән Мәмбәт ауылында йәшәйҙәр. Үҙҙәре 2 бала үҫтерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡыҙҙары биология, химия дәрестәренән белем бирһә, кейәүҙәре физкультуранан уҡыта. Икенсе ҡыҙҙары Эльза сауҙа менән шөғөлләнә, 2 бала үҫтерә. Кесе улдары Ғәзим килендәре Русалина менән Сибай ҡалаһында төпләнгәндәр, 3 бала үҫтерәләр. Исҡужиндарҙың 7 ейән-ейәнсәрҙәре һәм 2 бүләләре бар.

Оло йәштә булһалар ҙа баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. Әле лә тәҙрә төптәренә сәскәләр, йәшелсәләр үҫентеләре күпләп ултыртҡан уңған хужабикә. Баҡсанан тыш, кәртә тултырып ҡош-ҡорт та көтәләр.

Оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисергән был һөйкөмлө парҙың йәштәргә әйтер һүҙҙәре лә бар: - Йәштәр бер-береһен ҡеүәтләп, үҙҙәренең кәрәклен тойоп, тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур йәшәһен ине, - ти Исҡужиндар.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас