Яңылыҡтар
19 Апрель 2024, 05:51

Ял көндәрендә йәй кеүек эҫе булыуы көтөлә

-

Ял көндәрендә йәй кеүек эҫе булыуы көтөләЯл көндәрендә йәй кеүек эҫе булыуы көтөлә
Ял көндәрендә йәй кеүек эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә йәйгесә эҫе була. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +23, +28°.

Йәкшәмбе, 21 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +9, +14°, көндөҙ +20, +25°.

Бөгөн яуым-төшөм булмай. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-19/v-bashkirii-v-predstoyaschie-vyhodnye-budet-po-letnemu-zharko-3733925

Автор:Дарья Субботина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас