Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 18 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +19, +24°.
Йома, 19 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +8, +13°, көнсығышта +3°, көндөҙ +21, +26°.
Шәмбе, 20 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм булмай, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көнсығышта +6°, көндөҙ +21, +26°.
Бынан алда Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль эҫе һауа торошо хаҡында иҫкәрткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-18/v-bashkirii-potepleet-do-26-3732274