Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель , 14:19

Республиканың хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле белгестәр билдәле булды

-

Республиканың хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле белгестәр билдәле булды
Республиканың хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле белгестәр билдәле булды

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан юлдаш телеканалының «Честно говоря» тапшырыуында бөгөн республика эш биреүселәренең ниндәй белгестәргә мохтаж булыуы хаҡында һөйләне.

«Хәҙер предприятиеларға һәм ойошмаларға төрлө категориялы 4,5 мең водитель һәм 3,5 мең слесарь, шулай уҡ ЧПУ станоктары операторҙары, эшселәр һәм инженерҙар талап ителә», — тине ведомство етәксеһе.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры кадрҙарға ҡытлыҡты республика иҡтисады өсөн төп саҡырыу тип билдәләгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-17/stali-izvestny-naibolee-vostrebovannye-spetsialisty-na-rynke-truda-bashkirii-3731335

Фото:Олег Яровиков

Автор:Иван Вавилов.

Автор:
Читайте нас: