Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель , 21:23

Батыр исеме мәңгеләштерелде

Таһир Татлыбай улы Мортазин иҫтәлегенә тыуған Вәлит ауылы мәктәбе бинаһында таҡтаташ асылды 

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде

Таһир Татлыбай улы хәрби хеҙмәткә контрактты 2003 йылда төҙөй. Тыуған илде һаҡлауҙы изге бурыс тип һанаған егет мотоуҡсылар ротаһында рота командиры булып хезмәт итә. Егерме йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай, һуңғы һулышына тиклем биргән антына тоғро ҡалып, махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса башын һала.  Тыуған Вәлит ауылы мәктәбендә уның хәтеренә асылған таҡтаташ уҡыусыларға Таһирҙың батырлығы, ҡыйыулығы хаҡында һөйләһен. Мәктәпкә килгән һәр кем батыр яҡташыбыҙҙы ғорурлыҡ менән иҫкә алһын. Ул үҙ еренең ысын патриоты һәм улы булды һәм беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңгегә шулай булып ҡаласаҡ!

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: