2024 йылда Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө көнө 28 апрелгә билдәләнгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Республика Башлығының икенсе указы менән 2024 йылда ошо көн 2 майҙан 28 апрелгә күсерелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 апрель — оҙайлы байрамдарҙың беренсе көнө. Был көндө Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһы ла мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү өсөн өмәгә саҡырыла.
Хәбәр иткәнебеҙсә, апрель аҙағында республика халҡын алты көнлөк эш аҙнаһы көтә.