2022 йылдың көҙөндә “Гена” позывнойлы яҡташыбыҙ өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт юлын әлеге ваҡытта Донецк халыҡ республикаһы территорияһында хәрби частарҙың береһендә үтә.
“Унда Хәйбулла районынан егеттәр күп, бер-беребеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ. Ундағы көнкүреш тормошобоҙҙо үҙебеҙ төҙөкләндерәбеҙ, яҡташтарыбыҙ ебәргән гуманитар ылау ҙур ярҙам булып тора. Йыл ярым эсендә өсөнсө тапҡыр ялға ҡайттым,”- тип һөйләне “Гена”.
Сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтҡас, яугир һөйгәненә тәҡдим яһап һәм 2024 йылдың 27 мартында йәштәр ЗАГС бүлегендә үҙ мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы. Йәштәр араһында хистәр күптән инде барлыҡҡа килгән. Улар һәр саҡта бәйләнештә, мөмкин булғанса шылтыратып аралашып торалар.
Йәштәргә ысын ғаилә ҡиммәттәрен: мөхәббәтте, тоғролоҡто, үҙ-ара аңлашыуҙы, ихтирамды, ышанысты һаҡлап ҡалыуҙарын теләйбеҙ, яугир яҡташыбыҙ еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын тип теләйбеҙ.