Бөгөн вакансиялар йәрминкәһе үтте. Был сараны халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойошторҙо. Төрлө милек формаһындағы 32 ойошма һәм предприятие саҡырылды. Йәмғеһе 25 ойошма ҡатнаштып 97 вакансия тәҡдим итте. Район мәғариф бүлеге, Аҡъяр тау колледжы, район редакцияһы, “Тамыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек ойошмалар вәкилдәре әүҙем ҡатнашты һәм түбәндәге вакансиялар тәҡдим ителде: бухгалтер, крепильщик, архитектор, “В” категориялы водитель, ярҙамсы эшсе, йыйыштырыусы, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, программист, дөйөм ятаҡ тәрбиәсеһе, “Белаз” водителе һәм башҡалар. Йәрминкәгә эш эҙләүсе 193 граждан килде, йәрминкәгә килеүселәрҙең төп массаһын 30 йәштән 60 йәшкә тиклемге эшһеҙ граждандар тәшкил итте, уларҙың 40 проценты-эш эҙләүсе йәш граждандар. Күп кенә граждандар һөнәри белем алыу буйынса консультация ала.