Яңылыҡтар
11 Апрель 2024, 04:27

Вакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмей

Тимәк, прививкалар өлкәндәр өсөн дә мөһим

Вакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмейВакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмей
Вакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмей

Өлкәндәргә ниндәй прививкалар яһатырға кәрәклеге хаҡында Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре һөйләй.

❗Мөһим! Әгәр вакцина яһатырға ниәтләһәгеҙ, мотлаҡ рәүештә дауалаусы табибығыҙ менән тейешле прививкалар һәм уларҙың ваҡыты тураһында кәңәшләшегеҙ. Табип һеҙҙең теге йә был вакцинаға ҡаршы күрһәтмәләрегеҙ бармы-юҡмы икәнлекте билдәләйәсәк. Үҙегеҙ менән прививка сертификаты алыу яҡшы.

✅ Йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай яһала торған мотлаҡ прививкалар:

- вируслы В гепатиты: 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге кешеләргә, өс тапҡыр яһала, быға тиклем ауырымаған һәм прививка яһатмағандарға тәғәйенләнә;
- дифтерия, столбняк: һәр 10 йыл һайын;
- ҡыҙылса: 18 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләргә, шулай уҡ хәүеф төркөмөндәге 36 йәштән 55 йәшкә тиклемгеләргә, ғүмер дауамында ике прививка;
- ҡыҙамыҡ: бала саҡта прививка яһатмаған 18-25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға, кәмендә 3 ай арауыҡ менән ике доза;
- грипҡа ҡаршы: ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын.

✅ Эпидемик күрһәткестәр буйынса хәүеф төркөмөнә ингәндәргә яһалған прививкалар:

- вируслы А гепатиты: 6-12 ай арауыҡ менән ике доза;
- талпан энцефалиты: бер йылдан һуң һәм һуңынан өс йыл һайын ревакцинация эшләтеп, ике доза;
- пневмококк инфекцияһы: үпкә ауырыуынан яфаланған 60 йәштән өлкәндәр, әрмегә алыныусылар;
- менингококк инфекцияһы — әрмегә алыныусылар;
- һыу сәсәге — әрмегә алыныусылар.

✅ Медицина күрһәтмәләре буйынса шәхси рәүештә ниндәй прививкалар яһатырға мөмкин:

- коклюш: дифтерия һәм столбняк менән ҡатнаш бер доза вакцина, һәр 10 йыл һайын;
- вируслы А гепатиты;
- талпан энцефалиты;
- менингококк инфекцияһы: 55 йәшкә тиклем бер тапҡыр;
- һыу сәсәге: прививкалар араһында кәмендә 6 аҙна интервал менән ике доза;
- кеше папилломаһы вирус-инфекцияһы: өс доза.

Иммунинетты нығытыу ваҡыты боҙолған осраҡта прививка яһатыуҙы яңынан башларға кәрәкмәй: күпселек вакцинация схемалары графиктан тайпылыуға юл ҡуя. Ваҡыт үтһә лә, прививка яһатыуҙы дауам итергә генә кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас