Яңылыҡтар
4 Апрель 2024, 09:10

Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата

Бөгөн иртән, йылға ташып, һыу ағымы алып киткән машина эсендә өләсәй-ҡартатай менән ейәндәре була...    

Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары батаАғасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата
Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге ташҡын буйынса һуңғы мәғлүмәттәрҙе бирҙе.

Бер тәүлек эсендә һыу баҫыуы тураһында 268 хәбәр килгән. Бөгөн иртәнге сәғәт 7-8 араһында Кушнаренко районының Матвеев ауылы янында Сәрмәсән йылғаһы ташып, һыу баҫҡан юлда ағым "Ауди" автомобилен алып китә. Уның эсендә ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һәм 14 йәшлек үҫмер була. Пассажирҙар машинанан үҙаллы сыға һәм ағасҡа үрмәләп ҡотола.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре республика ҡотҡарыусылары менән берлектә өс кешене лә кәмәлә хәүефһеҙ зонаға эвакуациялай. Зыян күреүселәр юҡ. Автомобиль түбәһенә тиклем һыуҙа, уны сығарыу мәсьәләһе хәл ителә.

18 муниципаль берәмектә 12 торлаҡ йортто, 184 йорт яны участкаһын, ете автомобиль юлы участкаһын һәм туғыҙ күперҙе һыу баҫыу менән бәйле 34 хәл контролдә тотола.

Әлшәй, Туймазы һәм Кушнаренко райондарында йорт яны участкаларын һыу баҫҡан өс осраҡ контролдән алынған, бында йорт яны территорияһы һыуҙан азат ителгән. Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов тораҡ пунктында Өҫән йылғаһында тәүлек эсендә ике метрға тиерлек һыу күтәрелеүе теркәлгән. Дәүләкәндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарған һигеҙ кешенең бишәүһе ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына оҙатылған, ҡалғандары туғандары янында. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының пилотһыҙ авиацияһы ярҙамында көн һайын күҙәтеү уҙғарыла.

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив селектор кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Республикаһының отчеты тыңланды. Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һыу баҫыу хәүефе осорона һәм 2024 йылғы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса сараларҙы үтәү мәсьәләләре буйынса доклад менән сығыш яһаны. 

Фото һәм видео: МЧС

Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата
Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата
Ағасҡа үрмәләп ташҡындан ҡотолалар, ә машиналары бата
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас