Яңылыҡтар
28 Март 2024, 05:02

Малдар яҡшы ҡышлаған

Маҡан ауылындағы Илдар Иҫәнгилдиндың  крәҫтиән-фермер хужалығы районда алдынғы хужалыҡтарҙың береһе һанала. Хужалыҡ башлығы йылдағыса үҙе сәскән баҫыуҙарҙан етерлек кимәлдә мал аҙығы туплаған, шуға күрә малдары яҡшы ҡышлаған да инде.

Малдар яҡшы ҡышлағанМалдар яҡшы ҡышлаған
Малдар яҡшы ҡышлаған

Маҡан ауылындағы Илдар Иҫәнгилдиндың крәҫтиән-фермер хужалығы районда алдынғы хужалыҡтарҙың береһе һанала. Бөгөн был хужалыҡта 200-ҙән ашыу баш мал аҫрала. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илдар Иҫәнгилдин йылдағыса үҙе сәскән баҫыуҙарҙан етерлек кимәлдә мал аҙығы туплаған, шуға күрә малдары ла яҡшы ҡышлаған да инде. Бының шулай икәнлеген туп тумалаҡ булып үҫеп килгән быҙауҙарҙан, көр эре малдарҙан күрергә була.

-Малдар ҡышты имен-аман ҡышланы. 150-ләгән һыйыр бар, әле ҡыш башынан 100-ләп быҙау үҫә. Көн һайын тиерлек һыйырҙар быҙаулап тора.  Малды ҡышлатыуҙың төп шарты – мал аҙығының мул булыуы. Был йәһәттән беҙҙә проблема юҡ, мал аҙығы етә. Үҙебеҙҙең мең гектар майҙанда сабынлыҡ бар. 800 тирәһе тонна бесән әҙерләп алдыҡ. Бынан тыш,  һалам ашатабыҙ. Көнөнә тоннаға яҡын фураж китә. Сәсеүлек ерҙәребеҙ бар, йыл да иген культуралары сәсәбеҙ. Шуға күрә мал аҙығы менән проблема юҡ. Эшселәр Шәфҡәт Ҡунысбаев, Игорь Переводнов, Александр Борисковтар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарайҙар. Улдарым Айтуған һәм Арыҫлан хужалыҡта ныҡ ярҙам итә. Бынан бер нисә йыл элек улым Айтуған  башланғыс фермер булараҡ, мин иһә ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант алдыҡ. Дәүләт ярҙамына мал, ике трактор һатып алып, бергәләп эшләйбеҙ. Киләсәктә мал һанын арттырырға иҫәпләйбеҙ, - ти  Илдар Теүәлбай улы.

 Илдар Иҫәнгилдин эшселәренә барлыҡ уңайлыҡтар булдырған. Малсылар һәм ҡарауылсыға йәшәү өсөн бөтә шарттары булған йылытылған бүлмә эшләгән. Йәйгә мунса эшләп ҡуйырға ла планлаштыра.

-Эшселәргә йәшәү һәм эшләүгә уңайлыҡтар булдырырға тырышабыҙ. Шунһыҙ булмай. Ферма бинаһы ла ремонт талап итә, - ти Илдар Теүәлбай улы.

Хужалыҡ эштәрен алып барыу өсөн бөтә техникалары ла бар. Был крәҫтиән-фермер хужалығы ауыл халҡының таянысы тиһәң дә хата булмаҫ. Башкөллө эшкә сумған фермерҙың һәр минуты ҡәҙерле. Тиҙән етәсәк сәсеү кампанияһына ла улар күптән әҙер. Был  хужалыҡтың эштәренең уң булыуын теләргә генә ҡала.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас