Турнирҙа Аҡъяр, Йылайыр һәм Сибай ҡалаларынан командалар ҡатнашты. Һәр команда бер-береһе менән дәртләнеп ярышты, спортсылар оҫталыҡ һәм тиҙлек, сыҙамлыҡ һәм команда рухы күрһәтте. Уйын ҡатнашыусыларға ғына түгел, килгән көйәрмәндәргә лә оҡшай.
Турнир йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙар командалары араһында 1 - се урынды Сибай ҡалаһының 1 - се командаһы, 2-се урынды Аҡъяр ауылы, 3-сө урынды Сибай ҡалаһының 2-се командаһы яуланы.
Егеттәр араһында: 1 - се урынды Аҡъяр ауылының 1 - се командаһы, 2-се урынды Йылайыр ауылы, 3-сө урынды Аҡъяр ауылының 2-се командаһы яуланы.
Ярышта еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.