Яңылыҡтар
27 Март 2024, 10:16

Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте

«Һылыуҡай» конкурсының матур яҙ айына тура килеүе юҡҡа түгелдер. Гүзәл заттар ҙа бит донъяға, тәбиғәткә һулыш биреүсе яҙҙай тормошобоҙҙоң йәме, матурлығы, кешелеккә йәшәү биреүсе. Ҡыҙ кеше - илаһи зат та, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә, шуға күрә лә «Һылыуҡай» гүзәллек бәйгеһе күңелдәргә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.

Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үттеАҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте

Конкурстың финалына береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы 7 ҡыҙ һайлап алынды.  Һылыуҡайҙар башҡорт телен белеү, ижади сығыш, аш-һыуға оҫталыҡ һәм үҙ мәҙәниәтен белеү өлкәһендә маһирлыҡтарын күрһәтеп, 8 этапта үҙ көстәрен һынаны: "Визитка"," Ижади номер", "Ете ҡыҙ" бейеүе, ғаилә тураһында шиғырҙар һөйләү, "Дефиле", "Һорау-Яуап", "тамашасыларҙан һорауҙар", "Замана бейеүе". Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, ғаиләһе, хыялдары, маҡсаттары тураһында һөйләне. 

 Ҡыҙҙарҙы дәртләндерергә, уларға илһам бирергә килгән дуҫтары, класташтары, туғандары көслө алҡыштар менән конкурсанттарға көс өҫтәгәндәй булды.
Бына финалда ҡатнашыусы һылыуҙарҙы, ата-әсәләрҙе һәм улар өсөн янып-көйгән тамашасыларҙы тулҡынландырған мәл дә килеп етте.

Гран-приға Зөләйкә Мөхәммәтова лайыҡ булды.

1-се урынды – Йәнгүзәл Ибраһимова

2-се урынды – Нурзәнә Сәйфуллина

3-сө урынды – Әйзилә Әминева яуланы

Номинацияларға килгәндә улар түбәндәгесә билдәләнде:
«Тамашасы һөйөүе» -  Нурзәнә Сәйфуллина
«Рухлы һылыуҡай» - Земфира Әбделмәнова
«Сая һылыуҡай» - Фәнилә Акилова
«Наҙлы һылыуҡай» - Айгүзәл Баҡтыбаева

Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Аҡъярҙа «Һылыуҡай - 2024» конкурсы үтте
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас