Субсидияланған авиабилеттар аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итә. Кемдәр бындай билеттар менән файҙалана ала – Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре аңлата.
Субсидияланған авиабилеттар — махсус рәүештә кәметелгән тариф буйынса ташламалы билеттар. Һәр авиакомпанияның түбән хаҡҡа билет һатып алырға мөмкин булған рейстар исемлеге төрлөсә. Түбәндәге һылтанма буйынса үтеп, бөтә йүнәлештәр исемлеге менән таныша алаһығыҙ: vk.cc/cdTMqo.
Субсидияланған авиабилеттарҙы:
- 23 йәшкә тиклемге йәштәр;
- пенсионерҙар (55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-егеттәр);
- I төркөм инвалидтар (ниндәй йәштә булыуы мөһим түгел) һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр, шулай уҡ инвалид баланы оҙатып йөрөүселәр;
- бала саҡтан II һәм III төркөм инвалидтары;
- күп балалы ғаиләләр (уның өсөн күп балалы ғаилә статусын раҫлаған документтар кәрәк) һатып алырға мөмкин.
👶 Шулай уҡ ҡайһы бер авиакомпанияларҙың айырым ташламалары бар, мәҫәлән, 18 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр өсөн. Улар тураһында тулыраҡ авиакомпанияның сайтында белергә мөмкин.
Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:
▫ Авиакомпания багажды юғалтһа, нимә эшләргә?
▫ Самолетҡа алынған ҡайтарылмай торған билетты нисек кире тапшырырға?
▫ Балалар менән осҡанда авиарейс үҙенсәлектәре
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан