Көндәлек “һоро” тормошто сағыу төҫтәр менән буяған, тормошобоҙҙо ҡыҙыҡлыраҡ, яҡтыраҡ һәм тулыраҡ иткән кешеләр әҙ түгел, шундайҙарҙың береһе абруйлы мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлиә Иштанова.
Гөлиә Ғәйнислам ҡыҙы Йәнтеш ауылында ишле ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Өс бер туған ҡыҙҙар дуҫ, татыу, ярҙамсыл, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй әлегәсә һаҡлап киләләр. Бала саҡтан мәҙәниәтте үҙ итә, мәктәптә үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. -“Спектаклдәрҙә уйнаным, бейенем, төрлө сараларҙа алып барыусы булдым, сәсәнлек бәйгеләрендә лә ҡатнаштым,” - тине Гөлиә Иштанова. -Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыу-ул яратҡан эшең менән шөғөлләнеү. Эш менән йәшәргә, ижад менән тын алырға, хисләнеп ял итергә була. Төрлө йәштәге кешеләр менән аралашыу, әүҙем һәм ижади йәштәр менән бергә атлау, балаларҙа “бәләкәй талант йондоҙҙарын” тоҡандырыу, ҡыҙыҡһыныусан һәм талапсан тамашасы алдында ижадтың бөтә сағыу төҫтәрен күрһәтеү өсөн тырышып эшләргә кәрәк.
тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе баҫмаһында