Яңылыҡтар
25 Марта 2024, 15:23

19 пассажирҙы Өфөгә алып китеп барған микроавтобус янған

     

19 пассажирҙы Өфөгә алып китеп барған микроавтобус янған19 пассажирҙы Өфөгә алып китеп барған микроавтобус янған
19 пассажирҙы Өфөгә алып китеп барған микроавтобус янған

Силәбе өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн таң менән Әшә янғын һүндереү-ҡотҡарыу гарнизоны хеҙмәткәрҙәре Эҫем ҡалаһы янында ут ялмап алған пассажир микроавтобусын һүндергән. Фажиғәлә бер кем дә зыян күрмәгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Үрге Ҡыйғы ауылынан Өфөгә китеп барған микроавтобуста 19 кеше булған. Аҙаҡ барыһы ла икенсе транспортҡа күсереп ултырған һәм юлын артабан дауам иткән.

фото:Силәбе өлкәһенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас