Яңылыҡтар
22 Март 2024, 04:31

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

-

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтәЯл көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә
Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтә

Бөгөн көндөҙ Башҡортостандың таулы райондарында +12 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ. Ел тотороҡһоҙ, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, +6 градус, таулы райондарҙа +7, +12.

Шәмбе, 23 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, көньяҡта - 11, -16. Көндөҙ 0, +5 градус, Башҡортостандың таулы райондарында +10-ға тиклем.

Йәкшәмбе, 24 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа, көндөҙ төньяҡта уртаса. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12-гә тиклем. Көндөҙ 0, +5°, таулы райондарҙа +10-ға тиклем.

 

Авторы: Галина Бахшиева

Автор:
Читайте нас