71 йылдан һуң Башҡортостан күгендә йәнә Понс-Брукс кометаһы күренә башланы. Уны ошо көндәрҙә төньяҡ-көнбайышта бинокль йәки телескоп ярҙамында күрергә мөмкин, тип хәбәр итә Өфө планетарийы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул йондоҙ кеүек түгел, ә томанлы тап кеүек күренә.
Белгестәр фаразлауынса, апрелдә комета сағыуыраҡ буласаҡ һәм, бәлки, ябай күҙ менән күренәсәк. Комета Ҡояшҡа яҡынлаша һәм 21 апрелдә үҙенең орбитаһының Ҡояшҡа иң яҡын нөктәһе булған перигелийҙы үтә.
Ҡояшҡа яҡынлашҡан һайын кометаның күренеү шарттары насарая. 10 апрелдә комета йәш айҙан Һәм Юпитерҙан алыҫ түгел урынлашасаҡ.
21 апрелдә перигелийҙы үткәндән һуң, комета көньяҡ ярымшарға күсә һәм беҙҙең киңлектәрҙә күренмәйәсәк.
Белешмә
Понс-Брукс кометаһы - 71 йыллыҡ орбиталь осоро менән Галлей кометаһы тибындағы ҡыҫҡа периодик комета. Кометаны 1812 йылдың июлендә француз астрономы Жан-Луи Понс аса. Һуңынан ул 1883 йылда америка астрономы Уильям Брукс тарафынан осраҡлы рәүештә яңынан асыла, шуға күрә үҙенең икеләтә исем ала: Понс-Брукс. Һуңғы тапҡыр комета перигелийҙы 1954 йылдың 22 майында үтә. 2024 йылдың 21 апрелендә перигелий үткәндән һуң комета 71 йылдан һуң Ҡояш янына кире ҡайта һәм 2095 йылдың 10 авгусында перигелийҙы ҡабаттан үтә.
фото: Өфө планетарийы (Башинформ)