Беҙҙең геройға ни бары 23 йәш. Хәйбулла районы егете 9-сы класты тамамлағас Аҡъяр һөнәрселек училищеһына уҡырға килә, тик уҡып бөтмәй үҙ теләге менән 18 йәше тулғас та, хеҙмәт итеү теләге менән әрме сафтарына китә, унда ул артиллерия бригадаһында 1 йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас хәрби хеҙмәттең нимә икәнен онота, үҙен хәрби тип күҙ алдына ла килтермәй. 2022 йылдың февралендә махсус операция башлаған тигән хәбәрҙе ишеткәс, барыһы ла ҡырҡа үҙгәрә. 2022-се йылдың 29-сы сентябрь айында яугир хәрби хеҙмәткә өлөшләтә мобилизация башланғас та ебәрелә. . Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа килгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Тим” позывнойлы яугир әлеге ваҡытта Донецк халыҡ Республикаһының Авдеевка йүнәлешендә хәрби хеҙмәтен артиллерист булып үтә. “ТИМ” хеҙмәт иткән дивизионда Башҡортостандан ни бары 7 генә егет бар, ә ҡалғандары Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән. Тыйнаҡ, аҙ һүҙле яҡташыбыҙ ике дәүләт наградаһына - “Александр Суворов” һәм “Хәрби батырлыҡ” өсөн II дәрәжә миҙалына эйә, 2024 йылдың ғинуарынан “Хәрби хәрәкәттәр” ветераны була.