Беҙҙең арала йәшәп, ғәҙәти тормош алып барып, башҡаларҙан айырылмаған кешеләр була. Александр Рыбальченко тап шундайҙарҙан. Әммә Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәк булғас, ир-егеттәрсә етди ҡарар ҡабул итеп, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ул ҡыҫҡа, әммә геройҙарса ғүмер юлы үткән.
Бөгөн СВО геройы, яҡташыбыҙ Александр Рыбальченконың иҫтәлегенә ҡасандыр ул белем алған Татыр-Үҙәк мәктәбендә таҡтаташ асылды. Тыуған ил өсөн йәнен аямаған батыр тураһында хәтер мәңгелек! Ҡаһарман яугирҙың ата-әсәһенә сабырлыҡ теләйбеҙ, илһөйәр герой тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.