50 йыл ваҡыт уҙһа ла, бер-береһенә булған хистәрен үҙгәртмәйенсә, мөхәббәттәрен ваҡламайса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайынса матур ғүмер кисерә Торошовтар ғаиләһе.
Сәфәрғәле Торошов Төрткән (Бәләкәй Әбеш) ауылында донъяға килә. Әбеш урта мәктәбен тамамлағас, Медногорск индустриаль техникумына уҡырға инә. Әрме сафында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас артабан уҡыуын дауам итә. Бер үк ваҡытта заводта монтажлаусы булып хеҙмәт юлын башлай. Әсәһе ауырыу сәбәпле, ауылға ҡайтырға тура килә. Оло Әбеш ауылы мәктәбендә башланғыс хәрби әҙерлек һәм физик культура уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлағас, география, һуңынан тарих дәрестәрен алып бара. Артабан Сәфәрғәле Яхъя улы биш йылдан ашыу колхозда партия ойоштороусыһы була, күп йылдар ауыл Советы башлығы вазифаһында халыҡҡа хеҙмәт итә.
Вилә Ғәйнислам ҡыҙы Оло Әбеш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Бәләкәйҙән үк әүҙем, инициативалы, тырыш булып үҫә, мәктәп һәм район кимәлендә үткән сараларҙа актив ҡатнаша, яҡшы уҡый. 10-сы кластан һуң ул үҙ мәктәбендә йыр һәм физик культура дәрестәрен алып бара. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә, шул ваҡыттан алып рус теле һәм әҙәбиәтенән, ә һуңынан хаҡлы ялға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
–Дөйөм алғанда, Әбеш мәктәбендә 40 йыл эшләнем. Мәктәптә эшләгән ваҡыт иҫтәлекле булды, эшкә байрамға барған кеүек йөрөнөк. Октябрят, пионер, комсомол ойошмалары менән илһамланып эшләнек. Бөтәһе 8 отряд булды. Беҙҙең мәктәп райондың пионер ойошмалары араһында һәр саҡ алдынғы урында торҙо. Ул ваҡытта тәнҡит ныҡ ине, шуға күрә тәрбиә лә көслө булды. Шул осорҙа Әбеш мәктәбендә 480 уҡыусы белем алды. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү республика конкурсында 3 йыл рәттән уҡыусыларым беренселекте бирмәне. Төрлө кисәләр үткәрҙек, яҙ булһа класс менән походтарға, экскурсияларға сыҡтыҡ. Ошондай күңелле ваҡытта эшләүемә бик шатмын, беҙ ҡолас ташлап йөрөп эшләгәнбеҙ, – тип хәтерләй 40 йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға арнаған һәм ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградланған абруйлы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.
Торошовтар 1972 йылда өйләнешеп, бөгөн улар 52 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Дилә – медицина хеҙмәткәре, Норильск ҡалаһында йәшәй, 3 ҡыҙ тәрбиәләй. Өлкән улдары Вәкил Сибайҙа Эске эштәр бүлегендә эшләй, улар ҙа 3 бала үҫтерә. Уртансы улдары Юлай – водитель, Лянтор ҡалаһында төпләнеп, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Аэропортта эшләгән кесе улы Наил да Норильск ҡалаһында йәшәй, кәләше менән 3 бала үҫтерәләр.
–Аллаға шөкөр, бөтә балаларым да яҡшы, бәхетле йәшәйҙәр. Килендәрем бик егәрле. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ уңыштарына һөйөнәбеҙ. Балалар бәхетле булһа беҙгә шул етә, – ти 13 ейән-ейәнсәрҙәр ҡартәсәһе. Балалары ата-әсәйҙәренә һәр саҡ ҡайтып, хәлдәрен белешеп, ярҙамлашып тора, йәй көндәре Торошовтарҙың йорттары ейән-ейәнсәрҙәрҙең шат тауышына күмелә.
Ауыл уңғандарының шәхси хужалығында техникалары бар, күмәкләп бесән эшләйҙәр. Йәй етһә, баҡсанан сыҡмай, мул уңыш үҫтерәләр.
–Күпләп мал-тыуар тоттоҡ. Әле лә һыйыр малы аҫрайбыҙ. Татыу йәшәүҙең сере сабырлыҡта, бер-береңде аңлай белеүҙә. Тормош булғас, бөтәһе лә була, ҡайһы ваҡыт һүҙгә килешеү ҙә булып китә. Эш, ғаилә, балалар үҫтереү, шатлыҡлы ла, ауыр ҙа булған саҡтары менән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәнек. Олоғайғас, бер-береңә тағы ла нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың, –ти бәрәкәтле ғүмер юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп атлаған Торошовтар. Бөгөн улар икеһе лә хаҡлы ялда, әммә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, тырышып, матур итеп донъя көтәләр.
–Хаҡлы ялға сыҡҡас, шул хәтлем ҡыйын булды. Эшкә бармай, өйҙә ҡалыу хилаф ине. Шуға күрә урманға сығып, бәшмәк йыям, ағастар, тәбиғәт менән һөйләшеп, күңелгә көс-дәрт алып, тынысланып ҡайта инем. Шул ваҡытта ныҡлап бәшмәк менән шөғөлләнә башланым. Ашаныҡ та, һаттым да. Тоҙлайым да, икраһын да эшләйем. Бәшмәк йыйыу мәле етһә, өйҙә ултыра алмайым, –ти хужабикә.
Торошовтар һәр ваҡыт ҙур хужалыҡ тота: йылҡы, һыйыр малы, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Күпләп йәшелсәләр үҫтереп, йыл да мул уңыш алалар. Уларҙың ниндәй генә емеш ағастары юҡ, йыл һайын 10-15-әр күнәк ҡурай еләге, 7-8-әр күнәк виноград, ҡарағат, крыжовник йыялар. Төрлө сорттағы 18 алмағас көҙгә ҡарай хужаларҙы йомартлығы менән ҡыуандыра.
–Рухи аҙыҡтан да өҙөлгәнебеҙ юҡ. Нисек гәзиткә яҙылмаҫҡа? “Хәйбулла хәбәрҙәре" һәм башҡа матбуғат баҫмаларын да алдырабыҙ. Гәзит ул беҙҙең серҙәш, –тиҙәр Торошовтар.
Сәфәрғәле Яхъя улы менән Вилә Ғәйнислам ҡыҙы – әүҙем йәмәғәтселәр ҙә. Ауыл ерендәге һабантуй, ауылдаштар осрашыуы кеүек бер байрам да уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Вилә Ғәйнислам ҡыҙы ижади эшмәкәрлеге менән бөгөн дә хушлашмай, «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары менән бергә ауыл һәм район кимәлендәге байтаҡ сараларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, район буйынса “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы беренсе тапҡыр Әбеш ауылында үткәрелә, шул ваҡыттан алып башҡа ауылдарҙа ла әүҙем ойошторола башлай. “Икенсе районға барғанда төҙөк кенә ауыл урамдарын ҡарап, ауылымда ла шулай булһын ине, тигән теләк уянды. Һайғау менән кәртәләнгән йорттарҙың хужаларына рәшәткәләр бүлеп биреп, ҡоймаларҙы яңыртып, ауылды төҙөкләндереп, ҙур саралар үткәрҙек. Шул иҫәптән республика буйынса тәүге айыҡ туйҙы ла беҙҙең ауылда ойошторҙоҡ”, – тине ғаилә башлығы.
Йорт-тирәләренең төҙөклөгө, күркәмлеге бында уңған хужалар йәшәгәнлеген күрһәтә. Төрлө-төрлө емеш ағастары, ҡул эштәре өйгә тағы ла йәм өҫтәй. Бер-береһенә булған һөйөү хистәре әле лә уларҙың йөҙҙәрендә балҡый, һәр саҡ йылмайып һәм яратып ҡарап ҡына һөйләшәләр, уларға һоҡланмау мөмкин түгел.
Гүзәл Бохарбаева.