Яңылыҡтар
19 Март 2024, 09:34

Өфөнән Антальяға рейстар арта

-

Өфөнән Антальяға рейстар артаӨфөнән Антальяға рейстар арта
Өфөнән Антальяға рейстар арта

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 20 марттан Southwind Airlines авиакомпанияһы Анталья - Өфө - Анталья маршруты буйынса Урта диңгеҙ буйына (Төркиә) осоштар программаһын яңырта. Рейстар шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә 220 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A321 самолеттарында башҡарыла. Өфөнән осош урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 3-сө 15 минутҡа билдәләнгән. Юлға 4 сәғәт 35 минут ваҡыт китә.

«Шулай итеп, йәйге осорҙа Өфө аэропортынан Антальяға осоштарҙы биш авиакомпания башҡара. Аҙнаһына 34 рейс була», — тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/kolichestvo-reysov-iz-ufy-v-antalyu-uvelichat-do-34-v-nedelyu-3691749

 

Автор:
Читайте нас