"Юлбарыҫ ауылы клубында урынлашҡан 3227-се һайлау участкаһына 191 кеше беркетелгән. Шуларҙың 91-е һайлауҙың тәүге ике көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәне, шул иҫәптән дүртәүһе өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланды. Бөгөн һайлауҙың һуңғы көнөндә клубта хәйриә йәрминкәһен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Йәрминкәнән йыйылған аҡсалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡтар, дарыуҙар һатып алыуға йүнәлтеләсәк", - тине һайлау участкаһы рәйесе Земфира Байғужина.
Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.
Бынан тыш, бөгөн райондың күп кенә ауылдарында Науруз, "Масленица" байрамдары, йәрминкәләр ойошторола.