Президентлыҡҡа дүрт кандидаттың береһенә Әбделмәновтар ғаиләһе үҙ тауыштарын бирҙе. “Һайлауҙа ҡатнашыу илебеҙ киләсәге, айырыуса районыбыҙ өсөн бик мөһим. Беҙ ғаилә менән бергәләп һайлауға килергә һәм киләсәгебеҙ өсөн тауыш бирергә тейешбеҙ”, — тине ғаилә башлығы Тимур Әбделмәнов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә ғаилә йылында «Бөтә ғаилә» проекты эшләй, уның сиктәрендә ҡатнашыусылар төрлө сараларға барып приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала.