Беҙҙең 3201-се һайлау участкаһында, башҡаларҙағы кеүек үк, һайлау участкаһына үҙаллы барып етә алмаған оло йәштәге кешеләр бар, шуға күрә комиссия ағзалары уларҙың өйҙәренә бара, — тип билдәләне 3201-се һайлау комиссияһы рәйесе Венера Гвоздева.
Ул шулай уҡ, төрлө сәбәптәр арҡаһында тауыш биреү өсөн һайлау участкаларына үҙаллы килә алмағандарға тауыш биреү өсөн учасканан тыш тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин ителә, тип аныҡлыҡ индерҙе. Улар бер ҡасан да һайлауҙарҙан ситтә ҡалмауҙарын ғорурлыҡ менән билдәләне. Был үҙ ихтыярыңды белдереү мөмкинлеге, - тип иҫәпләй улар.
Шундайҙарҙың береһе Хәниә Бикбова. Әйтеп үтергә кәрәк, тап ошо көндә ул үҙенең 88 йәшен билдәләне