"Әбүбәкер ауылы клубында урынлашҡан 3246-сы һайлау участкаһына йәмғеһе 361 кеше беркетелгән. 259 кеше һайлауҙың тәүге ике көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәне. 15 мартта клубта "Алтын тирмә" уйыны үтте, ә 16 мартта китапханала викторина ойошторолдо. Һайлауға килеүселәр изге эшкә ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә ярҙамға сираттағы маскировка селтәрен үрәләр. Бөгөн ауыл клубында Нардуған байрамы уҙғарыла", - тип хәбәр итте һайлау участкаһы рәйесе Лилиә Билалова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.
Бынан тыш, бөгөн райондың күп кенә ауылдарында халыҡ байрамдары, йәрминкәләр ойошторола.