Садовый ауылы клубында урынлашҡан 3206-сы һайлау участкаһына йәмғеһе 416 кеше беркетелгән. "275 кеше һайлауҙың тәүге ике көнөндә гражданлыҡ бурысын үтәне, шул иҫәптән 15 граждан өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланды. Тотош ғаиләләре менән дә килеүселәр бар. Мәҫәлән, Илнур һәм Лилиә Моратовтар игеҙәк улдары Арыҫлан менән Асҡар һәм бәләкәй ҡыҙы менән бергә һайлауға килделәр", - тине һайлау участкаһы секретары Динә Юнысова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө, һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Һайлау участкаларында 2025 йылда "Уңайлы ҡала мөхите" милли проекты буйынса төҙөкләндерергә теләгән йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ "Рәхмәт" акцияһы дауам итә, ирекмәндәр ҡиммәтле приздар отоу мөмкинлеге биргән куар-билеттар тарата.
Бынан тыш, бөгөн райондың күп кенә ауылдарында Науруз, "Масленица" байрамдары, йәрминкәләр ойошторола.