Яңылыҡтар
17 Март 2024, 05:40

Аҡъяр ауылының 3205-се һайлау участкаһында 1000-се һайлаусы.

Аҡъяр тау колледжы спорт залында урынлашҡан 3205-се һайлау участкаһында 1000-се һайлаусыны бүләкләнеләр. Унда 1000-се тауыш биреүсе тип Илгиз Юланов билдәләнде.

Аҡъяр ауылының 3205-се һайлау участкаһында 1000-се һайлаусы.Аҡъяр ауылының 3205-се һайлау участкаһында 1000-се һайлаусы.
Аҡъяр ауылының 3205-се һайлау участкаһында 1000-се һайлаусы.

Илгиз Юланов ғаиләһе – ҡатыны Юлиә, ҡыҙҙары Рушанна, Алина һәм Әлмира менән бергә ил киләсәге өсөн тауыш бирҙе. Ул «Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты» Акционерҙар йәмғиәтенең автотранспорт цехы начальнигы булып эшләй. Илгиз фекеренсә, һайлау- һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Һайлау участкаларында һайлауға килгән беренсе һайлаусыға, тәүге тапҡыр тауыш биргән юбилярҙарға, шулай уҡ 1000-се һайлаусы булғандарға бүләктәр һәм айырым иғтибар бирелә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас