Яңылыҡтар
16 Март 2024, 08:12

Ялға ҡайтҡан яугир тауыш бирҙе

Махсус хәрби операциянан Аҡъяр ауылына ялға ҡайтыусы яугир ғаиләһе һәм туғандары менән бергә һайлау участкаһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Ялға ҡайтҡан яугир тауыш бирҙеЯлға ҡайтҡан яугир тауыш бирҙе
Ялға ҡайтҡан яугир тауыш бирҙе

Махсус хәрби операциянан Аҡъяр ауылына ялға ҡайтыусы «Мәмбәт» позывнойлы яугир ҡатын һәм улы, ағаһы һәм ҡустылары менән бергә һайлау участкаһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә  былтыр  август аҙағында юллана. Әлеге ваҡытта махсус тәғәйенләштәге полкта хеҙмәт итә. Унда ла һынатмай, үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә.

«Илебеҙ өсөн бөгөнгө мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Илебеҙ күге – аяҙ, уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, ныҡлы булһын! Шул саҡта ғына беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы, яҡты буласаҡ. Шуға ла бөгөн берҙәм булып, иң яҡын кешеләрем менән бергәләп тауыш бирергә килдек», – тине  яҡташыбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас