2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй. Участка рәйесе Илшат Ҡаҙаҡҡолов билдәләүенсә, йылдағыса бында һайлаусылар әүҙем тауыш бирә. "Участкала ике һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) йәғни һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма урынлашҡан һәм бина видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған.Дөйөм алғанда, беҙҙең һайлау участкаһында 1152 һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың 24-е тәүге тапҡыр тауыш бирә аласаҡ - уларға иҫтәлекле бүләк тапшырыла. Шулар араһынан Нурислам Юламанов, Алтынай Гәрәева, Гөлназ Хәкимова һәм Йәмилә Солтанова тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәне," - тине Илшат Рафиҡ улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.