"Беҙҙең һайлау участкаһында 894 граждан һайлау хоҡуғына эйә. Бөгөнгө көнгә һайлаусыларҙың 33% үҙ тауыштарын бирҙе. 18 йәше тулған 7 йәш һайлаусы беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк. Иң беренсе булып Заһир Ғәббәсов һайлау участкаһы асылғас та тауыш бирҙе. Оло йәштәге һәм беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр тапшырыла", - тине Аҡъяр ауылының 3201-се һайлау участка комиссияһы рәйесе Венера Гвоздева.