Яңылыҡтар
16 Март 2024, 04:47

Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.

Маҡан ауылы 3220-се һайлау участкаһына 2023 йылдың йәйендә ғаилә ҡорған Ришат һәм Лиана Йәрмөхәмәтовтар бергәләп килеп, Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты.  

Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.
Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.

"Һайлауҙарҙа һәр ваҡыт ҡатнашып торабыҙ, ә ғаилә булараҡ беренсе тапҡыр килдек. Илебеҙ киләсәге беҙҙән тора. Беҙ ғәҙел һайлауҙар яҡлы", - тине ғаилә башлығы Ришат Йәрмөхәмәтов.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.
Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.
Маҡанда һайлауҙа - йәш ғаилә.
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас