Яңылыҡтар
16 Март 2024, 10:28

Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә

     

Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтәӘлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә
Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә

3239-сы Әлибай һайлау участкаһында йәмғеһе 175 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 58-е кисә тауыш биргән.  Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем тауыш бирә, улар араһында тотош ғаиләләләре менән килеүселәр бар. Хаҡлы ялдағы пар Хәсән һәм Аҫылбикә Хәсәновтар тәүгеләр рәтендә һайлауға килгәндәр. Фәрит һәм Вәсилә Фазлыевтар улдары Ғәзинур, Рафаил һәм Розалия Түләковтар ҡыҙҙары Альбина һәм ейәне Вадим  менән бергә тауыш биреүҙә ҡатнашҡандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә
Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә
Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә
Әлибайҙар һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас